+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Апрель 2021, 13:26

ҠОШТАР ҠАЙТА

Тәбиғәт һөйөүселәр ҡара ҡарағаларҙы, аҡ башлы ҙур аҡсарлаҡтарҙы, һоро селәндәрҙе, урман күгәрсендәрен, ҡара төйлөгәндәрҙе күргән. Ябай сыйырсыҡтар, баҫыу турғайҙары, сал бөркөттәр ҙә ҡайтҡан. Был хаҡта «Башинформ» яҙа.Евгений Буров фотоһында: Өфөлә ышылдаҡ аҡҡоштар (лебедь-шипун).

Тәбиғәт һөйөүселәр ҡара ҡарағаларҙы, аҡ башлы ҙур аҡсарлаҡтарҙы, һоро селәндәрҙе, урман күгәрсендәрен, ҡара төйлөгәндәрҙе күргән. Ябай сыйырсыҡтар, баҫыу турғайҙары, сал бөркөттәр ҙә ҡайтҡан. Был хаҡта «Башинформ» яҙа.

Бик бейектән аҡҡоштар осоп үтеүе, Урал аръяғына һоро торналар, ҡыҙыл өйрәктәр, мөгөҙлө турғайҙар ҡайтыуы тураһында биолог Полина Полежанкина хәбәр иткән. Уның әйтеүенсә, әле беренсе тулҡын килә. Ҡоштар ҡайтыуы май уртаһына тиклем һуҙыласаҡ.

Орнитологтар республика халҡын ҡоштар тураһында мәғлүмәт йыйыуҙа ҡатнашырға саҡыра. Әле «Яҙғы перекличка 2021» тигән телевизион акция бара. http://ufabirds.ru/akcija-vesennjaja-pereklichka-2021-v-respublike-bashkortostan/ Йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштарҙы күрһәгеҙ, телефон менән фотоға йә видеоға төшөрөп, ошо сайтҡа ебәрергә мөмкин. Фотоларҙы БСТ-ның “Сәләм” тапшырыуында күрһәтәсәктәр, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырасаҡтар.

Евгений Буров фотоһында: Өфөлә ышылдаҡ аҡҡоштар (лебедь-шипун).

Читайте нас: