+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Апрель 2021, 12:20

ВИРТУАЛЬ ДУҪҠА ЫШАНҒАН – АҠСАҺЫНАН ҠОЛАҠ ҠАҠҠАН

Өфөлә йәшәгән 66 йәшлек бер ханымға социаль селтәрҙә сит илдә йәшәгән бер ир дуҫтарға өҫтәлә. Шунан хәбәрләшеү башлана. Ир комплименттар йәлләмәй, яйлап ханымдың күңелен яулай, ышанысына инә, осрашырға теләк белдерә.

Был икәү булаһы осрашыу тураһында хәбәрләшә башлай. “Сит ил кешеһе” бик тә килергә, күрергә теләй, тик, бына бәлә, юлға аҡсаһы етмәй икән.

Ханым ҙур өмөттәр бағлаған виртуаль танышына 500 мең һумдан ашыу аҡса күсерә. Күсереүе була, бәйләнеш өҙөлә, “дуҫ” юҡҡа сыға.

Ҡатынға, ғариза тотоп, полицияға барыуҙан башҡа сара ҡалмай.

Читайте нас: