-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Апрель 2021, 11:43

ЯҢЫ ТӨҘӨЛӨШТӘР, ЯҢЫ ЭШ УРЫНДАРЫ БАРЛЫҠҠА КИЛӘСӘК

2 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәтендәге «Инвестсәғәт»тә республика иҡтисады өсөн бик әһәмиәтле булырҙай проекттар ҡаралған.

2 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәтендәге «Инвестсәғәт»тә республика иҡтисады өсөн әһәмиәтле булырҙай проекттар ҡаралған.

*Өфө районы Рус Юрмашы ауылында «Юралс Груп» компанияһы 3,7 миллиард һумға логистика үҙәге төҙөргә итә. Проект менән компанияның үҫеш буйынса директоры Илгиз Бәхтиәров таныштырған.

Проектта логистика үҙәге, сәнәғәт паркы һәм автомобилдәр өсөн юл буйы сервисы төҙөү ҡарала. 665 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, проектты сәнәғәт паркы һәм логистика үҙәге менән юл буйы сервисы тигән ике проектҡа бүлеп, айырым-айырым ҡарарға тәҡдим иткән.

*Павловкала заманса ял йорто төҙөү проекты менән «Павловское» яуалылығы сикләнгән йәмғиәте ойоштороусыһы Дмитрий Король таныштырған. Ул ошо йылдың аҙағына ҡунаҡхана-ресторан комплексы, киләһе йыл мунса СПА-комплексы төҙөп файҙаланыуға тапшырырға йыйына. Объектҡа 410 миллион һум һалынасаҡ.

Ҡунаҡхана бинаһы төҙөлөп бөтөп килә. Был ял урыны эске туризмды үҫтереүгә йәтеш буласаҡ, тигән Король. Проект хупланған, уны субсидиялау һәм һалым льготалары буйынса өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә булғандар.

Республика Башлығы Хөкүмәткә Нуриман районы хакмимиәте менән берлектә Павловка ГЭС-ының таҙартыу ҡоролмаларын арттырыу, ундағы турбазаларҙың ҡалдыҡ ағынтыларын һурҙырыуҙы ойоштороу мәсьәләһен ҡарарға ҡушҡан.

*Йәнә «БашИнком» предприятиеһы директоры Вячеслав Кузнецовтың тәҡдиме ҡаралған. Ул кешеләр, хайуандар һәм үҫемлектәр өсөн хәүефһеҙ биологик препараттар етештерәсәк «БашПроБиоФарм» заводы төҙөү проекты менән таныштырған.

Проект ғәмәлгә ашһа, Башҡортостанда персональ медицина һәм функциональ туҡланыу өсөн биопрепараттар, тәьҫирле биологик әүҙем матдәләр, витаминдар һәм минералдар менән байытылған аҙыҡ-түлек, экологик үҫемлекселек өсөн био- һәм фитопрепараттар етештерелә башлаясаҡ. Объект Дим районында урынлашасаҡ һәм уға 500 миллион һум самаһы аҡса һалыу көтөлә.

*«АЗС Регион Поволжье» компанияһы Өфө районы Жуков ауыл советы биләмәһендә магазины, кафеһы, ял зонаһы булған заманса заправка комплексы төҙөргә йыйына. Төҙөлөшкә 150 миллон һум һалынасаҡ. 25 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

*Калуганан «Инфра-Связь» компанияһы ойоштороусыһы Әйүп Бузуртанов «Алға» айырым иҡтисад зонаһында элемтә башнялары һәм ике тәғәйенләнешле таяуҙар производствоһы асырға һәм республиканың цифрлы үҫешендә ҡатнашырға план ҡороуы хаҡында һөйләгән. Компания, 2025 йылға тиклем 800 миллион һум аҡса һалып, 300 эш урыны булдырырға ниәтләй.

Читайте нас: