+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 22:12

ӨФӨНӘН ПРИЮТҠА ҺӘМ БЕЛОРЕТҠА ЛА ЭКСПРЕСТАР ЙӨРӨТӨЛӘ БАШЛАМАҠСЫ

Өфө менән Күмертау араһында Көньяҡ экспресс асылғаны, «Орлан» рельс автобусы йөрөй башлағаны тураһында хәбәр иткәйнек. Был поезд Өфөнән көн һайын 18 сәғәт 39 минутта ҡуҙғала, Күмертауға 22 сәғәт 29 минутта барып етә. Күмертауҙан пассажирҙар 4 сәғәт 08 минутта ултырып, Өфөгә 8 сәғәт 01 минутта килеп етә.

Күмертауға тиклем билет хаҡы 576 һум, Стәрлетамаҡҡа — 343 һум. Әгәр был маршрутҡа һорау ҙур булһа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив ултырышта был арауыҡта тағы бер состав ебәреү мөмкинлеге тураһында белдерә.

Йәнә киләсәктә Өфө – Приют араһында Көнбайыш экспресс, Өфө – Белорет маршрутына Көнсығыш экспресс ебәреү пландары тураһында хәбәр ителә. Был маршруттарҙа уңайлы «Ласточка» поездары йөрөйәсәк.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Өфө тимер юл ҡулсаһын булдырыу буйынса эш күп әле. Әле транспорт-күсеп ултырыу узелдары ремонтлана, «РЖД» менән концессион килешеүҙең төп параметрҙары формалаштырылған.

Олег Яровиков фотоһы (Башинформ).

Читайте нас: