-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 11:29

МӘКТӘП ЗАМАН ТАЛАПТАРЫНА ЯРАҠЛАШТЫРЫЛА

Былтырғы июндән башлап Салауат ҡалаһының 21-се урта мәктәбе шәхсәнләштерелгән белем биреү буйынса цифрлы платформаны һынауҙа ҡатнаша. Был платформа «Мәғариф» милли проектының «Цифрлы белем биреү мөхите» проекты сиктәрендә эшләй. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2019 йыл 30 ғинуар күрһәтмәһе буйынса «Сбербанк России» ААЙ-һы менән Стратегик инициативалар агентлығы тормошҡа ашыра.

Программа мәктәпте һәр балаға шәхсән, уны ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп, тормошта кәрәге тейәсәк заманса белем бирә торған учреждениеға әйләндереү маҡсатын ҡуя. Төп бурыс – уҡыусының ҡәҙимге хеҙмәтен мауыҡтырғыс хеҙмәткә әүерелдереү; белем биреүҙән бөтә файҙаһыҙ нәмәләрҙе алып ташлау, уҡыусы менән уҡытыусы араһында киң ҡоласлы үҙ-ара бәйләнеште гарантиялау.

Программаның төп ҡоралы – Шәхсәнләштерелгән белем биреү моделенең мәктәп цифрлы платформаһы. Ул уҡыу барышын планлаштырыуҙың һәм ойоштороуҙың бик уңайлы сараһы булып тора.

Был программа буйынса уңышлы эшләү өсөн мәктәптең 20 уҡытыусыһы квалификация күтәреү курсында уҡытылған. Платформаны һынауҙа 5а класс уҡыусылары ҡатнаша. Уларға программа талаптарына ярашлы белем биреү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған, техника алынған.

Читайте нас в