+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 17:06

ЯҢАУЫЛДАРҘЫҢ "ЙӘШӘҮГӘ 10 000 АҘЫМЫ"

Яңауыл районында "Демография" милли проекты сиктәрендә үткәрелгән һауыҡтырыу һәм спорт сараларында ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Үткән ялдарҙы ла яңауылдар спорт һәм физкультураға бағышланы.

Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан Яңауылда үткәрелгән "Йәшәүгә 10 000 аҙым" Бөтә Рәсәй акцияһында төрлө йәштәге 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
"Йәшәүгә 10 000 аҙым" акцияһы дүрт йыл элек башлана һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының көн һайын 6 меңдән 10 меңгә тиклем аҙым үтергә тигән тәҡдименә нигеҙләнә.
Күп халыҡ ҡатнашлығындағы старт алдынан унда ҡатнашыусылар тән яҙыу күнегеүҙәре эшләне, ошо сара өсөн йыһазландырылған медицина майҙансығында һәр кемдең ҡан баҫымы үлсәнде. Финишта бөтә ҡатнашыусыларға 10 мең аҙымлыҡ дистанцияны үтеү тураһында сертификат тапшырылды.

Читайте нас: