-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 22:22

БУЛАСАҠ ИНЖЕНЕРҘАР ЯРЫШЫНДА ӨФӨ УҠЫУСЫҺЫ ЕҢЕҮ ЯУЛАНЫ

Милли технология инициативаһының Түңәрәктәр хәрәкәте Бөтә Рәсәй инженерлыҡ олимпиадаһында «Интеллектуаль энергетик системалар» профилендә Мәскәүҙән Элеонора Бухалева, Өфөнән Дмитрий Журавлев һәм Новосибирскиҙан Кирилл Ковалев еңеүсе булды.

Улар математика һәм информатика буйынса шәхси һынауҙарҙа һәм стендта эшләү буйынса команда ярышында иң күп балл йыйҙы.

Еңеү йә призлы урын яулау ҡатнашыусыларға профилле предмет буйынса БДИ-ла 100 балл ЕГЭ һәм илдең төп инженерлыҡ вуздарына ингәндә ташламалар тәьмин итә.

Ә 12 апрелдә Башҡортостанда Милли технология инициативаһы Түңәрәктәр хәрәкәтенең "Яңы материалдар" тигән профиле буйынса олимпиада финалы башлана. Ул дистанциялы форматта 17 апрелгә тиклем барасаҡ.

Читайте нас: