+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 12:57

МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨНӘ ӘҘЕРЛӘНӘБЕҘ

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Байрам айҡанлы төрлө саралар үтәсәк. 14 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәге социаль селтәрҙәрҙә ике акция башлай.

16 апрелдә Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Байрам айҡанлы төрлө саралар үтәсәк. 14 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәге социаль селтәрҙәрҙә ике акция башлай.

Береһе – «Дуҫлыҡ бейеүе». Унда ҡатнашыуға республиканың хореографик коллективтары саҡырыла. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү композицияһы башҡарырға кәрәк. Видеоролик социаль селтәрҙәрҙә #ТанецДружбыБашкортостан, #Башҡортостандуҫлыҡбейеүе, #Деньнациональногокостюма, #УфаМКРБ, #УфаРЦНТРБ, #МКРБ хештегтары менән баҫылырға тейеш.

Икенсеһендә – Милли кейем көнөнә бағышланған акцияла – бөтә кеше ҡатнаша ала, бының өсөн милли кейем кейеп төшкән фотоларҙы һәм видеояҙмаларҙы #УфаМКРБ, #УфаРЦНТРБ, #ДеньНациональногоКостюма тигән хештегтар менән баҫырға кәрәк. Акцияларҙың икеһе лә 16 апрель аҙағына тиклем дауам итә.

16 апрелдә социаль селтәрҙәрҙә Республика халыҡ ижады үҙәге аккаунттарында Милли кейем көнөнә арналған видеороликтар баҫыласаҡ. «Шәжәрә» флэшмобы, «Өләсәйем һандығы», оҫталыҡ кластары һәм башҡа күп саралар буласаҡ.

“Башинформ” фотоһы.

Читайте нас: