2023 йылда Дағстан шағиры Рәсүл Ғамзатовтың тыуыуына 100 йыл тулыу тантаналары үтәсәк. Мәшһүрҙәрҙең дуҫтары ла мәшһүр була. Рәсүл Ғамзатов Мостай Кәрим менән дуҫ ине.
Шуның өсөн байрам сараларының ойоштороу комитетына Мостай Кәримдең ейәне Тимербулат Кәримовтың саҡырылыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Олатаһы исемендәге фондтың ойоштороусыһы Тимербулат Олег улы Рәсүл Ғамзатов фонды президенты Сәлихат Ғамзатованың тәҡдимен ихлас ҡабул иткән.
Рәсүл Ғамзатовтың Мостай Кәримгә бағышланған шиғырын Рәми Ғарипов тәржемә иткән.
Бына тағы аҡ ялдарын сайҡап,
Ҡар һыпырта елдәр тауҙарға.
Тау артылып, ярһып, атлығып, тим,
Ғәскәр мәллә саба яуҙарға?
Бүркем һалып туған буҫағала,
Сал сәстәрен ҡаҡтым йонсоуҙың.
Йылдар һымаҡ, осҡан йылдар һымаҡ
Күрҙем, Мостай, шул ҡар осоуҙы.
Тиҙ ирене, ҡарҙай, календарҙар...
Тартмаһа ла мода-уйындар,
Нисек кенә тимә, беҙгә лә бит
Ҡағылып үтте, дуҫҡай, ул йылдар.
Хаталандыҡ беҙ ҙә һинең менән,
Ҡыҙмаса ла, айыҡ саҡта ла.
Тик яңынан асҡан күҙебеҙҙе
Йәшермәнек, йәштәр сыҡһа ла.
Хәтеремдә: өнһөҙ ғазап татып,
Ҡайсын Ҡолоевтар ҡайтҡанса,
Йөрәктәрҙе ауыр бер ҡара таш
Йылдар буйы баҫып ятҡан саҡ.
Аҡтар әле күңел дәфтәреңде,
Үткәндәргә шар ас ҡапҡаны.
Олоғайҙыҡ, Мостай, — бәғзеләрҙәй,
Юҡ, тормабыҙ инде ваҡланып.
Беҙҙең сая сал баштарҙа хәҙер
Уй артынан уйҙар эйәргән.
Ҡолай торғас тояҡ аҫтарына,
Ҡар өҫтөндә усаҡ дөрләтәбеҙ,
Һаҡ йәндәрҙе урап уҙабыҙ,
Һәр бәхәскә инде ташланмайбыҙ,
Бик буштары күп шул уларҙың.
һоҡланыр мәл түгел үҙ-үҙеңә,
Шөһрәт түгел, шиғриәтте наҙлап,
Йән аямай эшләр саҡ тора.
Ерҙе бит йә сасҡау һыуыҡ ҡоршай,
Йә сәскәгә күмә муйылдар.
Беҙгә иң-иң яҡшы уҡытыусы —
Ул бит йылдар, Мостай, ул — йылдар.
Яҙа беҙгә сырхап ятҡан ерҙән
Бәй аҫтында һулҡҡан яралар.
Тәүбәләргә килеп, хаҡ һүҙ көтөп,
Төрмәләрҙән хатта яҙалар.
Һабансы ла яҙа, ураҡсы ла,
Туп-туп булып осоп ҡайтҡан йырҙар
Яңғырар тиҙҙән яҙын һәр ерҙә.
Ярай әле, Мостай, һин эргәлә
Тоғро дуҫ та, ысын шағир ҙа.