+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 10:42

РӘСӘЙ КОНКУРСЫНДА МЕЖГОРЬЕ ҠЫҘЫ ҠАТНАША

11–16 апрелдә Архангельск ҡалаһында «Краса студенчества России-2021» һылыулыҡ конкурсы үтә. Унда илдән 65 ҡыҙ ҡатнаша.

11–16 апрелдә Архангельск ҡалаһында «Краса студенчества России-2021» һылыулыҡ конкурсы үтә. Унда илдән 65 ҡыҙ ҡатнаша.

Конкурста ҡатнашыусыларҙы «Ижади номер», орфографик диктант, тыуған төбәге һәм уҡыу йорто менән таныштырыу, дефиле, фотоэтап һынауҙары көтә.

Башҡортостандан Өфө дәүләт авиация техник университетының IV курсы студенткаһы Анастасия Проломова ҡатнаша. Ул Межгорье ҡалаһында тыуып үҫкән, былтыр «Өфө һылыуы-2020» титулын яулаған. Анастасия сәләмәт тормош алып бара, бейеү менән шөғөлләнә, республика сараларында ҡатнаша, фотоға төшөү менән мауыға.

«Краса студенчества России» конкурсы 2014 йылдан бирле үтә. 2019 йылда беҙҙең вәкил, БашДУ студенткаһы Алһыу Ҡурамшина конкурста вице-мисс титулын яуланы.

Читайте нас: