0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 14:30

РӘСӘЙҘӘ УҢЫШЛЫ УҒРЫЛЫҠ ОСРАҠТАРЫ 60 ПРОЦЕНТҠА АРТҠАН

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының (ОНФ) «Үтескә алыусылар хоҡуҡтары өсөн» проекты эксперттары пандемиялы йылда асыҡ сығанаҡтарҙа мутлашыуҙар тураһындағы хәбәрҙәргә күҙәтеү яһаған. Анализ телефон аша мутлашыуға зарланыуҙар һаны ҡырҡа күтәрелгәнен күрһәткән, ә уңышлы тамамланған урлашыу осраҡтары, граждандар яҙыуҙарына ҡарағанда, йыл эсендә 60 процентҡа артҡан

Рәсәй банктары клиенттары 2019 йылға ҡарағанда 70 процентҡа күберәк аҡса юғалтҡан, ә социаль инженерия өлөшө бөтә мутлашыу осраҡтарының 80 процентын алған (2019 йылда 67 процент).

ОНФ эксперттары төрлө сайттарҙа, социаль селтәрҙәрҙә 2020 йылдың 1 мартынан 2021 йылдың 1 мартына тиклем арауыҡтағы 600 меңләп хәбәрҙе анализлаған.

Уғрылар бик әүҙемләшһә лә, һөжүмдәренең «уртаса чегының» дәүмәле 8 процентҡа кәмегән. 2020 йылда барлыҡҡа килгән яңы уғрылыҡ сценарийҙарына телефон аша мутлашыуҙарҙың бөтә күләменең 3 проценты тура килгән.

Фото: onf.ru

Читайте нас: