+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 21:55

Сифатлы ла, тиҙ ҙә эш итергә

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрығы белгестәре, район-ҡалаларға барып, медицина учреждениеларына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Медицина ойошмаһының яңы моделе» федераль проектын ғәмәлгә ашырыуҙа методик ярҙам күрһәтә. Ошо көндәрҙә Шаран үҙәк район дауаханаһында булдылар.

«Һаҡсыл» һүҙе һаулыҡ һаҡлау системаһында хужалыҡсыл мәғәнәһен түгел, ә эске процестарҙы ҡулайлаштырыу иҫәбенә медицина ойошмаһы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреүҙе күҙҙә тота. «Һаҡсыл поликлиника» пациенттарҙың ярҙамды тиҙерәк һәм сифатлыраҡ алыуын маҡсат итеп ҡуя. Был стандарт буйынса эшләгән ойошмалар регистратураға, участка табиптарына һәм тар профилле белгестәргә сират ваҡытын өс-биш тапҡырға кәметергә ынтыла.
Быйыл «Медицина ойошмаһының яңы моделе» проектына республиканың 20 медицина ойошмаһы ҡушылған.

Читайте нас: