Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков 21 апрелдә Владимир Путиндың Федераль Йыйылыш алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясағы тураһында белдерҙе.
Элгәрерәк Песков дәүләт башлығы Мөрәжәғәтнамәлә илдең социаль-иҡтисади, технологик һәм башҡа йүнәлештәрҙәге үҫеше, шулай уҡ көҙгө Дәүләт Думаһына һайлау тураһында һөйләйәсәге хаҡында әйткәйне.
Президенттың ике парламент палатаһына Мөрәжәғәтнамәһе Конституцияның 84-се статьяһы менән ҡаралған. Сығышында Президент илдәге хәлдәр һәм сәйәсәттең төп йүнәлештәре тураһында отчет тота. Сарала ғәҙәттә Дума депутаттары, сенаторҙар, хөкүмәт чиновниктары, субъект башлыҡтары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.