+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 20:45

ЯҢЫ КОМПЛЕКС ТӨҘӨЛӘСӘК

Стәрлетамаҡ районында тәбиғи газды шыйыҡлатыу комплексы төҙөргә йыйыналар.

Стәрлетамаҡ районында тәбиғи газды шыйыҡлатыу комплексы төҙөргә йыйыналар.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Газпром СПГ технологии» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте («Газпром» ААЙ-һы составында) директорҙар советы рәйесе Алексей Кахидзе менән осрашты. Был компания менән сентябрҙә төҙөлгән килешеүҙә газ шыйыҡлатыу комплексы төҙөү ҡаралғайны.

Радий Хәбиров бындай проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостанда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең үҫешенә яңы этәргес биреренә ышана.

Комплекстың беренсе сиратын 2021 йылда төҙөй башламаҡсылар. Бөтәһе 1,9 миллиард һум инвестиция һалынасаҡ.

Шыйыҡлатылған газ республика предприятиеларының автомобиль һәм тимер юл транспортында мотор яғыулығы итеп ҡулланыласаҡ. Ул, Алексей Кахидзе билдәләүенсә, дизель йә газ яғыулығына ҡарағанда отошлораҡ һәм экологияға зарар килтермәй.

Читайте нас: