+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 11:08

ЯЛАНҒАС ТАУЫ ТИРӘҺЕН КЕМ ЯЛАНҒАСЛАНДЫРА?

Белорет районы башлығы Андрей Иванюта Яланғас тауында турист һуҡмағындағы ағастарҙың ни өсөн ҡырҡылыуы тураһында аңлатма биргән. Был турала “Башинформ” хәбәр итә.

Белорет районы башлығы Андрей Иванюта Яланғас тауында турист һуҡмағындағы ағастарҙың ни өсөн ҡырҡылыуы тураһында аңлатма биргән. Был турала “Башинформ” хәбәр итә.

Тауҙағы урмандың ҡырҡылыуы тураһында йәмәғәтселек саң ҡаҡҡан. «Белорет районында ағас ҡырҡыу өсөн башҡа урын юҡмы икән ни? Туристарға хәҙер ағас төпһәләре менән һоҡланырға ла тракторҙар һәм ағас ташыусы машиналарҙың соляркаһын еҫкәргә ҡалһа, районда туризмды нисек үҫтерергә? Быйыл Ирәкташҡа илткән туристар юлында ла тап ошондай хәл булды», — тип аптыраша халыҡ һәм социаль селтәрҙәгә ағас ҡырҡыу барған урындан фотолар һала.

«Беҙ тикшереү башланыҡ. Урман надзоры вәкилдәре һәм урынбаҫарым Андрей Гревцев урынға барҙы, — ти район башлығы. — Был участканы Өфө фанера комбинаты арендалауы асыҡланды. Ағас әҙерләү урман декларациияһы нигеҙендә алып барыла».

Андрей Иванюта эш төркөмө төҙөлөүе һәм яҡын арала уның кәңәшмәһе буласағын белдергән. Туризм һөйөүселәрҙе лә район хакимиәтенә саҡырғандар. Районда туризм һуҡмаҡтары исемлеген төҙөгәс, Башҡортостан Хөкүмәтенә уларҙы урман ҡырҡыу кварталдарына индермәү тураһында юллама бирәсәктәр. Урман хужалығы министры менән был турала һөйләшеп килешеү булды, тип яҙған башлыҡ социаль селтәрҙә.

Читайте нас: