Башҡортостан илдә льготалы ауыл ипотекаһы программаһында иң алда бара. Ғөмүмән, килешеүҙәрҙең күбеһе Волга буйы федераль округында теркәлә, тиҙәр Росреестрҙа, тип яҙа «Башинформ». Башҡортостанда йыл башынан алып ауыл ипотекаһы программаһы буйынса 1118 договор теркәлгән. Ә 2020 йылда 2543 «ауыл ипотекаһы» алынған.
Льготалы ипотека программаһында ҡатнашыусылар әҙер йорт алыуҙы хуп күрә: 2020 йылда – 1753, быйыл беренсе кварталда 1215 милек хоҡуғы теркәлгән.
Ауыл ипотекаһы бигерәк тә Иглин, Өфө, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Бүздәк, Шишмә һәм Яңауыл райондарында ҙур һорау менән файҙалана.
Быйыл ауыл ипотекаһы программаһына бер аҙ үҙгәрештәр индерелгән:
*хәҙер биш ҡаттан да бейек йорттарҙа фатир һатып алып булмай;
*иғәнә өсөн әсәлек капиталын ҡулланырға мөмкин;
*һатып алынған торлаҡта милек хоҡуғын теркәгәндән һуң 180 көн эсендә теркәлеү кәрәк, юғиһә банк кредит ставкаһын арттыра ала;
*шулай уҡ төҙөлөш өсөн кредит алынып, йорт ике йыл эсендә төҙөлөп бөтмәһә лә ставканың арттырылыуы ихтимал.