+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 14:10

БЕР ҠАТЛЫЛАР УҒРЫЛАРҘЫҢ ҠОРБАНЫНА ӘЙЛӘНЕРГӘ ГЕНӘ ТОРА

Сибай ҡала суды Нигерия гражданын һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарған. Гуобадиа Браит айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу статьяһы буйынса яуапҡа тарттырыла.

Сибай ҡала суды Нигерия гражданын һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарған. Гуобадиа Браит айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу статьяһы буйынса яуапҡа тарттырыла.
Мәскәү өлкәһендә йәшәгән был кеше 2020 йылдың октябрендә социаль селтәр аша Сибайҙа йәшәгән ҡатын менән таныша. Ул үҙен Нигерияла хәрби хеҙмәттә йөрөп ятҡан хәрби хирург итеп таныта.
Ир яңы танышының ышанысын яулай. Ноябрҙә инде ул Нигериянан ҡатын исеменә посылка ебәрергә теләүен һәм ҡатындың уны үҙендә һаҡлап тороуын үтенә. Ҡатынға 345 046 һум транспорт хеҙмәтен генә түләргә кәрәк була. «Хәрби хирург» сығымды һуңғынан ҡапларға вәғәҙә итә.
Уғрылыҡтың бер ҡатлы һәм ярҙамсыл ҡорбаны һоралған сумманы күсерә, әлбиттә. Әммә Гуобадиа Браит шунда уҡ юҡҡа сыға.
Ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.
Суд ҡарары буйынса, Браит 2021 йылдың 29 апреленә тиклем һаҡ аҫтында булырға тейеш. Ҡарар әлегә закон көсөнә инмәгән.
Читайте нас: