+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 13:17

ИРҘӘРСӘ ҺӨЙЛӘШЕРГӘ ЙЫЙЫНАЛАР

16 апрелдә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан ирҙәренең I ҡоро була. Уны республика Башлығы Хакимиәте булышлығында «Ирҙәр берлеге» Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәрә.

16 апрелдә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан ирҙәренең I ҡоро була. Уны республика Башлығы Хакимиәте булышлығында «Ирҙәр берлеге» Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәрә.
Ҡорҙа йәмәғәтселәр, әүҙемселәр, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр, республика район-ҡалаларынан инициативалы ирҙәр ҡатнашасаҡ.
Сараның бурыстары – Ирҙәр берлеге эшен әүҙемләштереү, ойошма проекттары координаторҙары берләшмәһен ойоштороу, йәмғиәттә ирҙәр статусын күтәреү маҡсатында «Ил терәге» йәмәғәт наградаһын тапшырыу, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендә ҡатнашыуға йәмәғәтселек иғтибарын көсәйтеү, ҡала, район, ауыл тормошонда ирҙәрҙең ҡатнашыуын әүҙемләштереү.
«Бындай сара тәүләп үткәрелә. Урал аръяғында ирҙәрҙең урындағы берләшмәләре бар инде, беҙҙең ойошма һөҙөмтәле эшләһен өсөн эште системалаштырырға, аныҡ маҡсаттар билдәләргә һәм бергәләшеп уларға өлгәшергә кәрәк», – ти «Башҡортостан Ирҙәр берлеге» рәйесе, РФ Дәүләт думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Ҡорға теркәлеү forum_men_rb берләшмәһендә бара. Ҡорҙа ҡатнашыу өсөн ғариза бланкыһы ошонда .
Читайте нас: