+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 12:20

«КАРУАНҺАРАЙ»ҘЫҢ 175 ЙЫЛЛЫҒЫ БИЛДӘЛӘНӘСӘК

Башҡортостан Хөкүмәте «Каруанһарай» тарих-архитектура ҡомартҡыһы төҙөлөүҙең 175 йыллығы уңайынан үткәреләсәк саралар планын раҫлаған. Был хаҡта «Башинформ» яҙа.

Башҡортостан Хөкүмәте «Каруанһарай» тарих-архитектура ҡомартҡыһы төҙөлөүҙең 175 йыллығы уңайынан үткәреләсәк саралар планын раҫлаған. Был хаҡта «Башинформ» яҙа.

Башҡортостан Мәғәриф һәм фән министрлығы, был ваҡиғаға арнап, Төбәк-ара рәсем асыҡ конкурсы, мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр һәм кластан тыш саралар, «Туған тел илселәре» республика акцияһы сиктәрендә интерактив күнекмә үткәрә.

БР Архивтар эштәре буйынса идаралығы, БР Милли архивы Ырымбур өлкәһенең Архивтар эштәре буйынса комитеты менән берлектә «Каруанһарай тарихы — архив документтарында» онлайн-күргәҙмәһен ойоштора.

БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Милли музей «Каруанһарайға 175 йыл» түңәрәк ҡоро, «Ырымбур башҡорттары» фестивале, тематик күргәҙмәләр, китап экспозициялары әҙерләй.

Баймаҡ районы Темәс ауылында «Каруанһарай иҫтәлек һаҡлай...» тигән мәҙәни-ағартыу сараһы һәм күргәҙмә үтәсәк.

Сентябрҙә Ырымбур ҡалаһының В.А. Перовский исемендәге паркында «Башҡортостан» киностудияһы кинофильмдарын күрһәтеү планлаштырыла. Шулай уҡ «Ырымбур хәрби губернаторы В.А. Перовский — Каруанһарай тарихи-мәҙәни үҙәген төҙөү инициаторы» тигән түңәрәк ҡор ойоштороласаҡ.

Тарихтан белеүебеҙсә, Ырымбурҙағы тарих-архитектура комплексы 1837–1846 йылдарҙа ирекле хәйриә аҡсаларына Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийының канцелярияһын, Ырымбурға үҙ йомошо һәм хеҙмәт эштәре менән килгән башҡорттар һәм мишәрҙәр өсөн ҡунаҡхана, башҡорттар өсөн оҫтахана һәм мәктәп асыр өсөн төҙөлгән. Тарих-архитектура комплексы Башҡорт халыҡ йортонан һәм мәсеттән тора. 1917–1918 йылдарҙа Каруанһарай бинаһында респубулика хөкүмәте резиденцияһы һәм башҡорт ғәскәре штабы урынлашҡан.

Фото: ansar.ru

Читайте нас: