Өфө «Нур» театры актрисаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Сәүиә Сираеваға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелгән.
«Минең өсөн бөгөн байрам. Минең наградаларым күп, ләкин күптән былай ҡыуанғаным юҡ ине. Был минең генә шатлығым түгел. Был ауылдаштарым, районым, балаларым, ейәндәрем, хеҙмәттәштәрем өсөн дә награда. Төп рәхмәт – «Нур» театры директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллинға һәм хөрмәт күрһәткәндәре өсөн ҡала етәкселегенә, депутаттарға. Мин 1949 йылдан алып Өфөлә йәшәйем. Был минең ҡалам. Мин бында килгәндә Опера театрынан Үҙәк баҙарға тиклем аралыҡ ҡала үҙәге ине. Хәҙер ҡарайым да Өфөнөң ниндәйгә әйләнгәненә ҡарап ҡыуанам. Ҡала артабан да үҫер, сәскә атып тип ышанам», – тигән Сәүиә Сираева бүләкләү тантанаһында.
Сығышы менән Сәүиә Сираева Нуриман районы Иҫке Исай ауылынан. 1934 йылдың 5 ғинуарында тыуған. Ул – Нуриман районының да почетлы гражданы.