14 –16 апрелдә Силәбе өлкәһендә милли музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү, бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шәжәрә төҙөү тураһында лекциялар үтәсәк. Проект өлкәнең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Башҡортостан Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан тормошҡа ашырыла.
Өфө делегацияһы өлкәнең Арғаяш һәм Красноармейск райондарына барасаҡ.
Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге директоры Нурия Иҡсанова әйтеүенсә, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү маҡсатында халыҡтың ихтыяжы өйрәнелгән, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәм мәктәп уҡыусыларының әүҙемлеге иҫәпкә алынған.
«Арғаяш районы Мәтәл ауылы халҡы башҡорт йолаларын тергеҙеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Ошо көндәрҙә улар «Ҡар һыуы» йолаһын үткәрҙе. Башҡортостан белгестәренең консультацияһы бик файҙалы булыр ине», — тигән Нурия Иҡсанова «Башинформ» агентлығына.