+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 13:37

УРМАНДАРЫБЫҘҘА КҮПМЕ ҠОРАЛАЙ, МЫШЫ, АЙЫУ, ҠАБАН ЙӘШӘГӘНЕ БИЛДӘЛЕ

Башҡортостанда һунарсылыҡ биләмәләренең дөйөм майҙаны 13 миллион гектарҙан ашыу тәшкил итә. Уның 72 проценты һунар файҙаланыусылар исеменә теркәлгән, 28 проценты дөйөм файҙаланыуҙа тора. 2021 йылдың 1 ғинуарына республикала 73 меңдән ашыу һунарсы теркәлгән.

Был һандарҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты ултырышында БР тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров килтергән.

Уның билдәләүенсә, республикала ҡоралайҙар һаны йылдан-йыл тотороҡло арта.

2019 йылда министрлыҡ белгестәре 22 мең баш ҡоралай һанаһа, 2020 йылда улар 415-кә артҡан.

Мышылар ҙа күбәйә – 2020 йылда 25 мең баш теркәлгән.

Ҡабандар һаны кәмеүе күҙәтелә. 2019 йылда 6 689 булһа, былтыр 5 512 баш ҡалған. Айыуҙар һаны ла кәмеп, 2020 йылда 2480 баш тәшкил иткән.

«Башинформ» фотоһы.

Читайте нас: