+13 °С
Болотло
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Ҡариҙел районы Яңы Йәнсәйет ауылында күптән түгел капиталь ремонттан һуң фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Был объект элек уңайлыҡтары булмаған иҫке бинала көн итә. Киң ҡоласлы йүнәтеү эше барышында бина реконструкциялана, электр, һыу, йылылыҡ, канализация системалары ҡорола. Тәҙрә-ишектәр алмаштырыла. Яңы сантехника ҡуйыла.
ФАП-ты асыу тантанаһында Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, Байҡы ауыл биләмәһе башлығы Владимир Шерстобитов, ФАП мөдире Асия Ғиззәрова ҡатнашты һәм халыҡтың ҡыуанысын уртаҡлашты.