Былтыр йәй йәш табип Азамат Ғиззәтуллин Павловкала Ҡариҙел буйында ял иткәндә һыуға батып барған баланың ҡысҡырғанын ишетеп ҡала ла ике уйлап та тормай уны ҡотҡарырға ташлана. Ҡаһарман егет Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың Рәхмәт хаты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Һыуҙа һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән наградланды.
Биш йәшлек Иван атаһы Андрей Русских менән Павловка һыу һаҡлағысында кәмәлә йөҙөп йөрөй. Шул саҡ уларға ҙур тиҙлектә моторлы кәмә килеп бәрелә. Бәрелеүҙән бала ла, атаһы ла кәмәнән бер нисә метр алыҫлыҡҡа осоп барып төшә. Һыу шаптырлағанды һәм бала илап ебәргәнен ярай Азамат ишетеп ҡала. Һыуға батҡан баланы табып алып, ярға алып сыға, беренсе ярҙамды күрһәтә, ашығыс ярҙам машинаһын саҡыра. Ваня эсе, башы менән бәрелгән һәм ҡаты имгәнгән булған. Ул бер нисә ай дауаханала ятып, һауығып сыға. Хәҙер бала өйҙә, көҙгә беренсе класҡа уҡырға барасаҡ.
Ивандың әсәһе ҡотҡарыусыны матбуғат саралары аша эҙләп таба һәм Рәсәй Президенты ҡабул итеү бүлмәһенә егетте наградлау тәҡдимен еткерә.
Азамат Ғиззәтуллин Саҡмағош ауылында тыуып үҫкән. 2017 йылда Башҡортостан медицина университетын тамамлаған. Ашығыс ярҙам һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһында ординатура үткән. УЗИ табибына ҡайтанан әҙерлек үтеп, әле Өфөнөң 18-се дауаханаһы 1-се поликлиникаһында УЗИ табибы булып эшләй. Азамат китап уҡырға ярата, спорт менән шөғөлләнә.
Һүрәттә: Азамат Ғиззәтуллин наградлау тантанаһында уртала Иванды күтәреп тора.