Бөгөн Өфөлә «Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсы финалсыларын бүләкләү тантанаһы булды.
Тантанала сығыш яһап, республика Башлығы Радий Хәбиров был конкурсты иң халыҡсан тип атаны.
«Коллегаларым – ҙур илебеҙҙең башҡа төбәктәре башлыҡтары менән аралашҡанда мин һәр ваҡыт ғорурлыҡ менән республикабыҙҙағы халыҡтың 40 проценты самаһы ауылда йәшәүселәр булыуын телгә алам. Ауылда йәшәгән кешеләр – халыҡтың рухы ул. Беҙгә ауылыбыҙҙың үҫеүе, яңы ғаиләләр барлыҡҡа килеүе, балалар тыуыуы бик мөһим. «Айыҡ ауыл» конкурсына беҙ яңы дәрт өрҙөк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа республикала суррогат алкоголь күбәйҙе, уларҙан үлеүселәр һаны артты. Беҙ шуны аңланыҡ: был яуызлыҡҡа ҡаршы беҙ ҡәтғиерәк көрәшергә тейешбеҙ... Һәм, әлбиттә, «Айыҡ ауыл» конкурсы ла беҙгә ярҙам итә», — тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы конкурстың юғары кимәлдә үтеүенә ҙур көс һалған БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡоловаға, район һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, әлбиттә, ауылдарҙың халҡына ҙур рәхмәт әйтте.