Бөгөн Өфөлә «Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсы финалсыларын бүләкләү тантанаһы булды.
Бүләкләү тантанаһы алдынан сығыш яһап, республика Башлығы Радий Хәбиров был конкурсты иң халыҡсан тип атаны.
«Коллегаларым – ҙур илебеҙҙең башҡа төбәктәре башлыҡтары менән аралашҡанда мин һәр ваҡыт ғорурлыҡ менән республикабыҙҙағы халыҡтың 40 проценты самаһы ауылда йәшәүселәр булыуын телгә алам. Ауылда йәшәгән кешеләр – халыҡтың рухы ул. Беҙгә ауылыбыҙҙың үҫеүе, яңы ғаиләләр барлыҡҡа килеүе, балалар тыуыуы бик мөһим. «Айыҡ ауыл» конкурсына беҙ яңы дәрт өрҙөк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа республикала суррогат алкоголь күбәйҙе, уларҙан үлеүселәр һаны артты. Беҙ шуны аңланыҡ: был яуызлыҡҡа ҡаршы беҙ ҡәтғиерәк көрәшергә тейешбеҙ... Һәм, әлбиттә, «Айыҡ ауыл» конкурсы ла беҙгә ярҙам итә», — тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы конкурстың юғары кимәлдә үтеүенә ҙур көс һалған БР Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡоловаға, район һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, әлбиттә, ауылдарҙың халҡына ҙур рәхмәт әйтте.
«Айыҡ ауыл-2020» еңеүселәре һәм призерҙары:
«Эре тораҡ пункттар» категорияһы, 1 меңдән ашыу кешеле
– I урын – Илсе ауылы, Учалы районы;
– II урын – Шамонино ауылы, Өфө районы;
– III урын – Шулған ауылы, Тәтешле районы;
«Ҙур тораҡ пункттар» категорияһы, 600 – 1 мең кешеле
– I урын – Исем ауылы, Күгәрсен районы;
– II урын – Бахтыбай ауылы, Бөрө районы;
– III урын – Таштимер ауылы, Әбйәлил районы;
«Уртаса тораҡ пункттар» категорияһы, 300 – 600 кешеле
– I урын – Күсәрбай ауылы, Стәрлетамаҡ районы;
– II урын – Иҫке Мөхәмәт ауылы, Ҡыйғы районы;
– III урын – Брәтәк ауылы, Бөрйән районы;
«Бәләкәй тораҡ пункттар» категорияһы, 300 кешегә тиклем
– I урын – Түбәнге Яйыҡбай ауылы, Баймаҡ районы;
– II урын – Яҡут ауылы, Көйөргәҙе районы;
– III урын – Үрге Ҡарғалы ауылы, Благовар районы..