-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 16:48

«ИШЕМБАЙ ТРИКОТАЖЫ» ЯҢЫ «RUKH» ТӘҠДИМ ИТӘ

ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында «Ишимбай трикотажы» компанияһының өй кейеме коллекцияһы күрһәтелгән. Сара Рәсәй Сәнәғәт форумының «ЛегПром» күргәҙмәһе сиктәрендә үткән.

ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында «Ишимбай трикотажы» компанияһының өй кейеме коллекцияһы күрһәтелгән. Сара Рәсәй Сәнәғәт форумының «ЛегПром» күргәҙмәһе сиктәрендә үткән.

Компанияла киң күләмле ребрендинг булғайны. Яңыса эшләй башлаған коллективтың беренсе коллекцияһы трикотаж өҫ кейеменән тора. Моделдәр уңайлы өй кейемдәре, свитшоттар, легинстар, күлдәктәр күрһәткән.

Элек предприятие башлыса эске кейем етештерә торғайны.

«Rukh collection» тип аталған кейем коллекцияһын фабриканың модель-эксперименталь цехы дизайнерҙары, технологтары, тегенселәр һәм конструкторҙары ижад иткән.

«Rukh collection» тигән атама «Rukh», йәғни «рух» һүҙенән яһалған. Ҙур тарихлы компания традицияларға тоғролоғон һәм заман һулышынан ҡалышмауын күрһәтә.

Читайте нас: