+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 19:11

КИТАПХАНАЛА ҠУЛ ЭШТӘРЕ МЕНӘН ДӘ ШӨҒӨЛЛӘНЕП БУЛА

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә яңы моделле китапханалар барлыҡҡа килә һәм осорға яраҡлашып эш итә. Күгәрсен үҙәк район китапханаһы ла заманса эшләргә тырыша. Бына әле балалар өсөн акварель буяуҙар, гуашь, ҡылҡәләмдәр, һүрәт төшөрөү өсөн төргәкле ҡағыҙ, төрлө төҫлө сәйлән, энә-еп, бәйләү өсөн ептәр, атлас таҫмалар, тегенеү өсөн туҡымалар һәм башҡа кәрәк-яраҡ алынған.

Күгәрсен китапханаһының балалар бүлеге баш китапханасыһы Эльвира Мансурова әйтеүенсә, хәҙерге китапхана – уҡыу ғына түгел, ижади эш менән дә шөғөлләнә торған тотош бер мәҙәни үҙәк ул. Үҙенең ижад донъяһында бала – тылсымсы, уйындағын тормошҡа ашырыусы. Был эштән бала ҙур файҙа ала.

Шулйа итеп. «Мәҙәниәт» милли проекты китапханаларға эшмәкәрлек мөмкинлектәрен киңәйтергә юл асҡан.

Читайте нас: