+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 19:52

КОМПОЗИТОРҘАР СОЮЗЫНЫҢ 80 ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАП, ФЕСТИВАЛЬ ҮТКӘРЕЛӘ

Башҡортостан Композиторҙар союзы 80 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан 14 – 16 апрелдә музыка фестивале үтәсәк.

Башҡортостан Композиторҙар союзы 80 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан 14 – 16 апрелдә музыка фестивале үтәсәк.

14 апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантаналы концерт була. Унда республика музыка сәнғәте мәшһүрҙәре – Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Халик Заимов, Мәсәлим Вәлиев, Шамил Ибраһимов, Заһир Исмәғилев, Нариман Сабитов, Хөсәйен Әхмәтов, Рәүеф Мортазин һәм башҡа сағыу ижадсыларыбыҙҙың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Концертта театрҙың опера труппаһы солистары, хоры һәм симфоник оркестры сығыш яһай.

15 апрелдә Ф. Шаляпин исемендәге Концерт залында Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге БР Милли халыҡ инструменттары оркестры концерты була. Рафиҡ Сәлмәнов, Хөсәйен Әхмәтов, Морат Әхмәтов, Ләйлә Исмәғилева, Илдар Хисаметдинов, Салауат Сәлмәнов, Айрат Ҡобағошов, Айһылыу Сәлмәнова, Роза Сәхәүетдинова, Рим Хәсәнов, Рәшит Йыһанов, Әлфиә Хәбирова, Шәүрә Сәғитова, Алина Әхмәтова, Фәнил Ибраһимов әҫәрҙәре башҡарыла. Йырсылар Гөлнара Нәзиуллина, Азамат Тимеров, Сәйҙә Ильясова, Гөлшат Ғирфанова, ҡурайсылар Артур Ғайсаров, Арыҫлан Оморҙаҡов ҡатнаша.

16 апрелдә ошо уҡ Концерт залында камера музыкаһы концерты була. Композиторҙар Рафаил Ҡасимов, Данил Хәсәншин, Валерий Скобелкин, Салауат Низаметдинов, Айрат Кәримов, Азамат Хәсәншин, Светлана Шаһиәхмәтова, Лидия Ризванова, Виринея Лихачёва, Булат Исламов әҫәрҙәрен Азат Айытҡолов, Владислав Мортазин, Шәүрә Сәғитова, Сония Желандинова, Лена Мусабирова, Әйшә Хәсәншина, Гөлнара Вәлиева, Ирина Куравина, Александр Сергеев, Светлана Сильвестрова башҡара.

Читайте нас: