12 апрелдә кешенең беренсе тапҡыр Йыһанға осоуына 60 йыл тула. «Восток-1» совет космос карабында пилот-космонавт Юрий Гагариндың, Ер тартыуын еңеп, асманға олғашыуы бөтә донъяны хайран иткәйне.
Ошо ваҡиғаға арнап, Рәсәй төбәктәрендә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә данлыҡлы космонавтар, ватан космонавтикаһы үҫешенә тиңһеҙ өлөш индергән ғалимдар исемен йөрөткән урамдарҙы тәрбиәләү акцияһы бара. Ул 2020 йылда башланған. Рәсәйҙәге 106 проспект, урам һәм бульвар ошо исемлеккә индерелгән.
Эш быйыл да дауам итә. ”Информавтодор”ҙан белдереүҙәренсә, ошо программа буйынса Юрий Гагарин исемендәге 37 урам һәм проспект, алты Циолковский урамы, биш Королев урамы, шулай уҡ бер нисәшәр Терешкова, Комаров, Титов, Леонов, Добровольский урамы ремонтлана.
Йүнәтелә торған юлдар оҙонлоғо бөтәһе 121,2 км тәшкил итә. Эштәр киләһе йыл тамамланасаҡ.
Өфөлә Космонавтар, Гагарин, Королев, Комаров урамдары бар. Тик әле телгә алынған проектҡа улар индерелмәгән.
Һүрәттә: 1962 йылдың 29 майында Хабаровскиҙа Юрий Гагарин ултыртҡан курил ҡарағасы.