+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 21:18

ВЛАДИМИР ПУТИНДЫ ТОРЛАҠ ХАҠТАРЫНЫҢ АРТЫУЫ БОРСОЙ

Федераль Монополияға ҡаршы хеҙмәт Рәсәй төбәктәрендә торлаҡ хаҡтарының ни өсөн артыуын тикшерергә тейеш, тигән ил Президенты Владимир Путин бөгөн РФ Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмәлә.

Федераль Монополияға ҡаршы хеҙмәт Рәсәй төбәктәрендә торлаҡ хаҡтарының ни өсөн артыуын тикшерергә тейеш, тигән РФ Президенты Владимир Путин бөгөн ил Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмәлә.

Ил башлығы билдәләүенсә, Рәсәйҙә күсемһеҙ милек уртаса 12 процентҡа ҡиммәтләнгән. Төньяҡ Осетияла торлаҡ хаҡтары 30 процентҡа, Орел, Амур, Рязань өлкәләрендә һәм Адыгеяла 17–20 процентҡа үҫкән.

Владимир Путин, Монополияға ҡаршы хеҙмәткә хәлде тикшерергә ҡушыу менән бергә, төбәктәрҙә тәҡдимде арттырыу, йәғни торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереү кәрәклеген дә билдәләгән.

Фото: kremlin.ru
Читайте нас: