Диктантта ҡатнашыу өсөн ошонда теркәлергә кәрәк. Диктант урындағы ваҡыт менән 11 сәғәттә башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәргә тәғәйенләнгән версиянан башлана. Ул уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиеларында, ижтимағи ойошмаларҙа үтәсәк. Шулай уҡ “БСТ” каналында, диктанттың рәсми сайтында, YouTube видеохостингында ла трансляцияланасаҡ.
Диктант текстарын өс төркөмдә өс кеше – “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, “Хаят-Исмаил” төркөмө ҡатнашыусыһы Альберт Исмаил уҡый.