Участкала һәм дөйөм ҡулланыу урындарында махсус йыһазландырылған ерҙә генә ут яғырға була.
Сүпте тәрәнлеге кәм тигәндә 30 сантиметр, диаметры күп тигәндә 1 метрлы соҡорҙа яндырырға мөмкин. Соҡор урынына махсус ҡоролған урынға ҡуйылған һәм күләме 1 кубометрҙан артмаған яҫы төплө тимер һауыт (мәҫәлән, мискә, бак) ҡулланырға ярай. Шешлекте элеккесә мангалда ҡурырға рөхсәт.
Сүп яндырыу өсөн соҡор һәм мискә йорт-ҡаралтынан, ҡоролмаларҙан кәм тигәндә биш метр алыҫтыҡта торһон. Шулай уҡ 10 метр радиуста яныусан материалдар, ҡоро ботаҡтар, япраҡ-фәлән булмаһын. Ялҡын көсәйеп китеү ихтималлығынан һаҡланыу өсөн усаҡ эргәһендә металл табаҡ тоторға кәрәк. Ул соҡорҙо йә мискәне тулыһынса ҡапларлыҡ булһын.
Усаҡ эргәһендә янғын һүндереү кәрәк-ярағы – һыу, көрәк, ҡом тотоу кәрәк. Осҡон ҡоро үләнгә йә ҡыуаҡ-маҙарға төшһә, улар мотлаҡ кәрәгәсәк.
Янғынға ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙған граждандарға – 4000 – 5000 һум; вазифалы кешеләргә — 20 – 40 мең һум; юридик берәмектәргә 300 – 500 мең һум штраф һалына.