8 апрелдә билдәле Рәсәй ғалимы Александр Кулешов Өфө авиация техник университетында студенттар һәм аспиранттарға лекция уҡыны. Осрашыу Өфөлә барған өс көнлөк Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә үтте.
Мәғлүмәт технологиялары һәм математик моделләштереү өлкәһендәге абруйлы белгес, Сколково фән һәм технологиялар институты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Александр Кулешов талантлы йәштәргә ҙур иғтибар күрһәтә.
«Беҙ Башҡортостанға [нейрон] «селтәрҙәребеҙҙе» бик ихлас ырғытыр инек, – тине ректор, – Евразия фәнни-белем биреү үҙәге менән килешеүҙәрҙе дауам иттереп, үҙ-ара бәйләнешебеҙгә шундай аныҡлыҡ индерәм: ӨДАТУ-ҙан иң яҡшы студенттар төркөмөн Сколковоға стажировкаға саҡырам».
Билдәле булыуынса, яһалма интеллект темаһы хәҙерге фәндең иң үрендә тора. Академик хәҡиҡәтте таный: беҙ әле был темала юлдың башында ғынабыҙ, күпте өйрәнәһе, төшөнәһе бар. Ғалим «дата сайенс» донъяһындағы проблемалар һәм «сәйерлектәр», яһалма интеллект өлкәһендәге төп тикшеренеү йүнәлештәре тураһында һөйләне.
Нейрочиптар, нейрон селтәрҙәре, яһалма күҙ, хисаплау лингвистикаһы – ғилемдәр үҫеше даирәһе иҫ киткес ҙур. Ләкин академикты кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе, бигерәк тә «аҡылдарҙың ситкә ағылыуы» борсой: талантлы йәштәрһеҙ, ти ул, ил ҡартыраҡ, ярлыраҡ, аҡылһыҙыраҡ була бара.
Лекцияһы һуңында Сколтех ректоры тағы бер тапҡыр ӨДАТУ студенттарын үҙ вузында уҡытыуҙы шәхси күҙәтеүендә тоторға әҙерлеген белдерҙе һәм һорауҙарға яуап бирҙе.