Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә Хисамоваға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисткаһы исеме бирелде.
Тәнзилә Хисамова оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Төрлө пландағы ролдәре менән тамашасы һөйөүен яулаған.
Һуңғы осорҙағы уңышлы эштәре иҫәбендә — Халисә Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» мелодрамаһында Әсә, Мәжит Ғафури повесы буйынса ҡуйылған «Ҡара йөҙҙәр» драмаһында Ғилми, Сыңғыҙ Айытматовтың «Аҡ пароход» повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә Ҡарсыҡ.
Тәнзилә Хисамова ижад иткән иң көслө образдарҙың береһе тип Гүзәл Яхина романы буйынса ҡуйылған «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендәге (режиссеры Айрат Абушахманов, Ярослава Пулинович инсценировкаһы) Убырлы ҡарсыҡ образы һанала. Постановка шаңҡытҡыс уңышҡа өлгәште, Рәсәйҙең тиҫтәләрсә ҡалаһында ҡуйылды, абруйлы фестивалдәрҙә ҡатнашты. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, Тәнзилә Хисамованың Убырлы ҡарсығы психологик тәрәнлеге һәм кәүҙәләндерелеү ҡеүәте, сағыу характеры, ҡыйыу буяуҙары менән таң ҡалдыра.
Тәнзилә Хисамова 2000 һәм 2001 йылдарҙа «Миҙал» телефильмында һәм «Ай ҡыҙы» сериалында төштө.