+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2021, 13:10

ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ ЮЛ СИТЕ ҺЕҘГӘ ОҠШАЙМЫ?

Күптәр юл ситендә уңға-һулға үткән автомобилдәрҙе бер ҡул һелтәү менән туҡтатып торған автоинспекторҙарға ҡарап, һоҡланып та, көнләшеп тә ҡуя. Асылда иһә, юл ситендә тороусыларҙың барлыҡ эшмәкәрлеге беҙҙең ғүмеребеҙҙе һаҡлауға, юлдарҙа тәртип булдырыуға йүнәлтелгән. Дөрөҫөн әйткәндә, айҙар һәм йылдар буйы эҫелә лә, һыуыҡта ла юл ситендә эргәһенән ңткән автомобилдәрҙең төтөнөн еҫкәп тороу һаулыҡ файҙаһына түгел. Тап шуның өсөн автоинспекторҙар хаҡлы ялға иртә сыға, уларҙың эш хаҡы ла һәйбәт, пенсияһы ла мул ғына. Юл сатындағы автоинспектор һыны юҡҡа сығыуға бара. Сөнки уларҙың ауыр хеҙмәтен хәҙер видео-регистраторҙар алыштыра. Күпселек Европа илдәрендә автоинспекторҙар бик һирәк күренә. Сөнки уларҙы күптән фото-видео-регистраторҙар алыштырған. Ә ни өсөн беҙҙең автоинспекторҙар һәр ваҡыт икешәрләп тора?

ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ
ЮЛ СИТЕ ҺЕҘГӘ ОҠШАЙМЫ?
Күптәр юл ситендә уңға-һулға үткән автомобилдәрҙе бер ҡул һелтәү менән туҡтатып торған автоинспекторҙарға ҡарап, һоҡланып та, көнләшеп тә ҡуя. Асылда иһә, юл ситендә тороусыларҙың барлыҡ эшмәкәрлеге беҙҙең ғүмеребеҙҙе һаҡлауға, юлдарҙа тәртип булдырыуға йүнәлтелгән. Дөрөҫөн әйткәндә, айҙар һәм йылдар буйы эҫелә лә, һыуыҡта ла юл ситендә эргәһенән ңткән автомобилдәрҙең төтөнөн еҫкәп тороу һаулыҡ файҙаһына түгел. Тап шуның өсөн автоинспекторҙар хаҡлы ялға иртә сыға, уларҙың эш хаҡы ла һәйбәт, пенсияһы ла мул ғына.
Юл сатындағы автоинспектор һыны юҡҡа сығыуға бара. Сөнки уларҙың ауыр хеҙмәтен хәҙер видео-регистраторҙар алыштыра. Күпселек Европа илдәрендә автоинспекторҙар бик һирәк күренә. Сөнки уларҙы күптән фото-видео-регистраторҙар алыштырған.
Ә ни өсөн беҙҙең автоинспекторҙар һәр ваҡыт икешәрләп тора? Сөнки был һөнәр ҡурҡыныс һәм хәүефлеләр иҫәбенән. Икәү торғанда улар бер-береһен һаҡлай ҙа, яҡлай ҙа.
Ә инде ни өсөн икешәрләп тора, тигән һорауға автоинспекторҙарҙың береһе уҡый белә, икенсеһе яҙа белә, тип раҫлау – был ауыр һөнәр вәкилдәрен хөрмәт итмәү билдәһе. Юл сатында торғандарҙың күбеһе – махсус-урта, йәки юғары белемле.
Читайте нас: