+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2021, 18:18

ҠАРҘАР ИРЕЙ, ҺЫУ ТАША...

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре ҡар-боҙ иреп, һыу аҫтында ҡалған ауылдарҙа халыҡты ҡотҡарыу менән мәшғүл. 11 апрелгә ҡаршы төндә Бишбүләк районында Уяҙы йылғаһы ташып, Аҙнай ауылын ҡапыл һыу баҫыуы тураһында хәбәр алғас та, дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров шунда китә.

Ҡотҡарыусылар һыу эсендә ҡалған йорттарҙан кешеләрҙе алып сыға, өйөндә ҡалырға булғандарға аҙыҡ-түлек илтә, мал-тыуарын ҡороға сығарып ҡуйырға ярҙамлаша.

Аҙнай ауылында 78 йорт һыу эсендә ҡалған.

Ҡотҡарыусылар Кушнаренко районының Түбәнге Аҡбаш, Урта Аҡбаш, Үрге Аҡбаш, Воецкий, Шәрип ауылдары кешеләренә лә ярҙам иткән. Унда Кәрәкә йылғаһы ярҙан сыҡҡан.

Өфө районы Жуков ауылындағыларға ла, Дүртөйлө, Архангел райондарында йәшәүселәргә лә ярҙам кәрәк булды.

Йылғалар торошон һәм ауылдар хәлен дрон аша күҙәтәләр.

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: