-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2021, 18:59

ДМИТРИЙ ПЕСКОВ ПРЕЗИЗЕНТ МӨРӘЖӘҒӘТНАМӘҺЕ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘНЕ

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков «Россия-1» телеканалында Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе йөкмәткеһе тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уның белдереүенсә, Президенттың сығышы пандемияға бәйле кризистан сығыуға һәм ярҙам мәсьәләләренә бағышланасаҡ.

Песков әйтеүенсә, «үҫеште башларға кәрәклегенә» баҫым яһалып, системалы булышлыҡ саралары ҡараласаҡ.

Йәнә Песков Президенттың Мөрәжәғәтнамә йөкмәткеһе өҫтөндә һуңғы минутҡаса эшләүе, ҡайһы бер нәмәләрҙе һөйләгәндә хатта сығыш яһар алдынан ғына яҙып өлгөргән ҡулъяҙма вариантын ҡулланыуы тураһында ла белдерҙе.

Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһауы 21 апрелгә тәғәйенләнгән.

Читайте нас: