«Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Нефтекама ҡалаһы Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы “Ғилми уйынсыҡтар” тигән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Дәрестән «Культура.РФ» порталы аша онлайн-трансляция ойошторолдо. Оҫталыҡ дәресе Фән һәм технологиялар йылында фәнде популярлаштырыу маҡсатын ҡуйҙы.
«Бөтә балаларға уйынсыҡ уйнатыу мауыҡтырғыс. Ә уйынсыҡтар ябай түгел, ғилми булһа, өҫтәүенә, үҙ ҡулдары менән эшләнһә, икеләтә мауыҡтырғыс була. Бындай уйынсыҡтар күңел асыу ғына түгел, танып белеү өсөн дә хеҙмәт итә», – ти проекттың етәксеһе Анастасия Заһриева.
Хәҙерге фән – ул мажаралар, эксперименттар һәм көтөлмәгән асыштар донъяһы. Ғилми оҫталыҡ дәрестәре балаларға фәндең тормошта нисек «эшләгәнен» күрһәтә. Балалар унда әүҙем ҡатнаша һәм үҙ тәжрибәһендә фәндең сикһеҙ мөмкинлектәрен өйрәнә.