Мәҫәлән, АҠШ-тың донъяның төрлө мөйөштәрендәге йоғошло сирҙәрҙе өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәктәре был мәсьәлә менән күптән шөғөлләнә. Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында электән эшләгән берлектәге институт үҙенең эҙләнеүҙәре менән айырылып тора. Бер нисә йыл элек, мәҫәлән, унда тикшеренеүҙәрҙән һуң биоматериалдарҙы юҡ итеү, ҡалдыҡ һыуҙарҙы технологик эшкәртеү йәһәтенән ҙур ғына етешһеҙлектәргә юл ҡуйылған. Ковид-19 штамының барлыҡҡа килеүендә ошо яуапһыҙлыҡтың ятыуы ла бик ихтимал, ти хәбәрсенең һорауҙарына яуап биргән белгестәр.
Икенсенән, ул сирҙең барлыҡҡа килеүендә һәм таралыуында фармакологик компаниялар тороуы бик ихтимал, сөнки хәҙер сирҙе дауалау өсөн дарыуҙар етештереү киң ҡолас алды. Етештереүселәр үҙҙәренең табыштарын иҫәпләй. АҠШ хатта донъя кимәлендә вакцинациялауҙы ла үҙ ҡулдарына алмаҡсы. Көнбайыш препараттарының Рәсәйҙең Спутник V вакцинаһына ҡаршы тора алмауы океан аръяғы етештереүселәренең пландарын боҙа.
Рәсәй препараты бөгөн 60-тан ашыу илдә ҡабул ителгән. Ул үҙенең файҙалы булыуы һәм арзан хаҡы менән айырылып тора.
Ковид-19-ҙың АҠШ лабораторияларында барлыҡҡа килеүен иҫбатлау ил өсөн ифрат ҙур сәйәси һәм иҡтисади юғалтыуҙарға килтереүе мөмкин, сөнки АҠШ препараты ҡулланыуҙа үҙен бик ышаныслы итеп күрһәтмәне. Ә зыян күргәндәрҙең фармакологик компанияларҙы судҡа биреүе һәм зыянды ҡаплатыуҙы талап итеүе ҙурыраҡ эҙемтәләргә килтереүе бар.