+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2021, 11:50

ҺӘР КЕМДЕҢ ГАГАРИН БУЛЫРҒА МӨМКИНЛЕГЕ БАР

Бәләкәй саҡта кемдәр генә космонавт булырға хыялланманы икән! Ләкин космосты яулау бәхете бер нисә йөҙ кешегә генә тейә. Ә бына һәр кем үҙен беренсе космонавт Юрий Гагарин урынында тоя ала. Хатта бының өсөн күп тә кәрәкмәй. Мәҫәлән, Ҡыҙыл майҙанға килеп, Мавзолей трибунаһында торған дәүләт һәм хөкүмәт етәкселәренә рапорт бирергә барған Юрий Гагаринды күрһәткән кадрҙарҙы хәтерләйһегеҙме? Беренсе космонавтың төп-төҙ атлап китеп барған сағында уң аяғына иғтибар итегеҙ. Келәм өҫтөндә аҙым һайын нимә ялпылдай? Эйе, ботинка бауы.

Ошо кадрҙар бөтә донъяға таралғандан һуң, кемдер ботинка бауы сиселгән кешене күрһә, ҡара әле, һин дә Гагарин булғанһың бит, тип әйтер булған. Был мәрәкәләү әле лә иҫән-һау. Кешеләр бер-береһенә, ботинка бауың сиселгә бит, тип төртөп күрһәтмәй, ҡара әле, һин дә Гагарин булғанһың, тип шаярта.
Ошо хаҡта төрлө фараздар бар. Мәҫәлән, бөтә донъя ҡарап торғанда беренсе космонавт туҡтап тормай трибунаға барып етә һәм дәүләт башлығы Никита Хрущевҡа рапорт биргәндән һуң бер арала ботинкаһының бауын бәйләп ҡуя.
Йылдар үтә. Хәҙер ботинкаға бау тағып йөрөгәндәр бик һирәк. Ә иҫтәлектәр һаман һаҡлана.
Брянск ҡалаһында 2014 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагаринға һәйкәл асылғайны. Ул һәйкәлгә һүтек ботинка бауы ла эшләп ҡуйылған (һүрәттә).
Читайте нас: