+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2021, 11:35

ЙЫҺАНҒА ЮЛ ЯРЫУСЫ

Ошо аҙнала совет космонавы Юрий Гагариндың йыһанға юл ярыуына 60 йыл тула. Был иҫтәлекле дата күп илдәрҙә билдәләнәсәк. Мәҫәлән, Англияның баш ҡалаһы Лондонда урынлашҡан Астронавтика музейы яңы йыһаздар менән байытылған.

Тик музейҙы ойоштороусылар совет һәм Рәсәй йыһангирҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында халыҡҡа еткерерлек бер материал да тапмаған. Стендтар һәм йыһаздар бары тик АҠШ астронавтары хаҡында ғына һөйләй.

Әгәр юл төшһә, инеп сығығыҙ, ләкин унда Юрий Гагариндың хатта исеме лә яҙылмаған бюсынан башҡа бер нәмә лә тапмаҫһығыҙ. Бына шулай, беҙҙекеләр космосты яулай, ә емештәрен икенселәр ейә.

Читайте нас: