Рәсәй етәксеһе йәнә илдең космос тармағын үҫтереүгә арналған кәңәшмә үткәрмәксе. Ул видеоконференция форматында ойошторола.
Энгельс ҡалаһынан 27 километрға көньяҡтараҡ, Смеловка ауылы эргәһендә, Юрий Гагарин йыһан карабында Ергә килеп төшкән урында, музей-парк комплексы булдырылған. Бөгөн унда Йыһанды буйһондороусылар паркы асыласаҡ.
Һүрәттә: “Гагарин яланы” мемориаль комплексында Юрий Гагарин монументы .