+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 11:12

АУЫЛ КИТАПХАНАҺЫНДА ТАУЫШ ЯҘҘЫРЫУ СТУДИЯҺЫ АСЫЛА

Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауыл китапханаһы «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә яңы өлгөләге китапхана төҙөү конкурсында еңеп сыҡҡайны.

Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауыл китапханаһы «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә яңы өлгөләге китапхана төҙөү конкурсында еңеп сыҡҡайны.

Китапхана әле ҙур яңырыу кисерә, төрлө зоналарға бүлеп йыһазландырыла. Уҡыу, ижад, уйындар, осрашыуҙар зоналары буласаҡ. Унда хатта тауыш яҙҙырыу студияһы асыласаҡ. Ҡайһы ауылда бындай мөмкинлек бар әле? Ошо көндәрҙә студия өсөн ҡорамалдар алып килгәндәр.

«Быға тиклем беҙ тауыш яҙҙырыу студиялы булыу тураһында хыяллана ла алмай ине. Ә бит бик тиҙҙән ул ысынбарлыҡҡа әйләнәсәк! “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында көҙгә Наумовка ауыл китапханаһы Яңы өлгөләге китапханаға әүереләсәк», – тип ҡыуана китапхана мөдире Е. Степанова.

Был ваҡиға хаҡында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы матбуғат хеҙмәте һөйләне.

Читайте нас: