-19 °С
Болотло
«Бер йыл элекке һандарға ҡараһаҡ, уларҙың бик тиҙ кәмеүен күрербеҙ. Беҙ уларға тейешле иғтибарҙы күрһәтергә тейешбеҙ. Муниципалитет башлыҡтары һәр ветеранға инеп, ҡулын ҡыҫып сыға, ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәтә ала», — тине Радий Хабиров.
Республика Башлығы обелискыларҙы, һуғышта ҡатнашҡандарҙың һәм ветерандарҙың ҡәберҙәрен тәрбиәләргә, төҙөкләндерергә ҡушты.
Еңеү көнө баш ҡалала Өфө гарнизоны хәрбиҙәренең парады була. Радий Хәбиров 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» үтәсәгенә лә өмөт белдерә.
“Башинформ” фотоһы.