+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 12:47

АУЫЛ ИКЕНСЕ УРЫНҒА КҮСЕРЕЛӘСӘК

Хәйбулла районы Подольск ауылын икенсе урынға күсерәсәктәр. Проект Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеү сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Хәйбулла районы Подольск ауылын икенсе урынға күсерәсәктәр. Проект Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртеү сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Яңы биҫтәне төҙөү өсөн ер участкаһы һайланған, ведомство-ара эш төркөмө булдырылған һәм эш план-графигы төҙөлгән.

Хәйбулла районы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов Хөкүмәттәге «Төҙөлөш сәғәте»ндә 127 гектарҙа торлаҡ, социаль объекттар, инженерлыҡ һәм транспорт селтәрҙәре төҙөләсәге тураһында һөйләгән.

Территорияны планлаштырыу һәм межалауҙы быйыл уҡ башлаясаҡтар. Хөкүмәттә билдәләүҙәренсә, заманса талаптарға ярашлы, тулы инфраструктуралы тораҡ пункт төҙөлөшө тураһында бара.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров элегерәк ауылға эш сәфәре ваҡытында ауыл халҡы менән осрашыу үткәрҙе һәм күсеү мәсьәләһе тураһында һөйләште, бөтә эш барышын шәхси контролендә тотасағын вәғәҙә итте.

«Башинформ» фотоһы.
Читайте нас: