+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 12:03

ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТТӘРЕНӘ ЭЛЕКТРОН ҒАРИЗА БИРЕҮСЕЛӘР КҮБӘЙӘ БАРА

«Цифрлы дәүләт идаралығы» федераль проекты ярҙамында дәүләт менән халыҡтың үҙ-ара эш итеү форматы үҙгәрә, дәүләт (муниципаль) хеҙмәттәре күрһәтеүгә комплекслы ҡараш индерелә.

«Цифрлы дәүләт идаралығы» федераль проекты ярҙамында дәүләт менән халыҡтың үҙ-ара эш итеү форматы үҙгәрә, дәүләт (муниципаль) хеҙмәттәре күрһәтеүгә комплекслы ҡараш индерелә.

Яңауыл районында быйылғы 1-се квартал йомғаҡтары буйынса муниципаль хеҙмәттәргә ғаризаһын 200-ләп кеше электрон ысул менән биргән. Айырыуса ҙур һорау менән ҡулланған хеҙмәттәр – баланы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына яҙҙырыу, ер участкаһы схемаһын раҫлау, торлаҡҡа мохтаждарҙы иҫәпкә алыу, ер участкаларының ҡала төҙөлөшө пландарын алыу һ.б.

Ведомство-ара электронлы бәйләнеш сиктәрендә Яңауыл районы урындағы үҙидара органдары, БР Милеккә идара итеү министрлығы Милеккә идара итеү комитетының Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһы буйынса идаралығы тарафынан, мәғлүмәттәр һорап, Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенә 1300-ҙән ашыу үтенес тапшырылған.

Читайте нас: