-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 21:30

ӨФӨЛӘ НИҘӘР ҺАТЫЛА?

Өфөлә аукцион аша нимәләр һатылғаны менән ҡыҙыҡһыныусылар булһа, был мәғлүмәт һеҙгә («Башинформ» хәбәр итә).

Өфөлә аукцион аша нимәләр һатылғаны менән ҡыҙыҡһыныусылар булһа, был мәғлүмәт һеҙгә («Башинформ» хәбәр итә).

Өфө Үҙәк универмагы бинаһы (Карл Маркс урамы, 23) һатыуға ҡуйылған. Сауҙалашыу 23 апрелдә була. Лоттың башланғыс хаҡы – 339,2 млн һум. Бинаны Росимущество һата.

27 майҙа Өфө кизе-мамыҡ комбинатының мөлкәте һатыласаҡ. Тәҡдим Банкротлыҡтар тураһында берҙәм федераль реестр сайтына ҡуйылған. Һатыуға сығарылған бөтә мөлкәттең башланғыс хаҡы 1,43 млрд һум тәшкил итә. Менделеев урамындағы сауҙа бинаһында бер нисә бүлмә, лифттар, эскалаторҙар, гараж, урынлашҡан ергә хоҡуҡ, коммуникациялар, келәттәр, ремонт оҫтаханаһы, администрация корпустары, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, торлаҡ бүлмәләр, 12 автомобиль, насос станцияһы һәм башҡа төрлө нәмәләр һатыуға ҡуйылған – барлығы утыҙҙан ашыу лот.

Һатыусыһы – арбитраж идарасы. Алырға теләүселәр башланғыс хаҡтың 10% күләмендә задатка бирә, аукцион аҙымы – 5%. Хаҡын тулыһынса түләгәс тә, милеккә хоҡуҡ яңы хужаһына күсә.

Һүрәттә: Үҙәк универмаг бинаһы.
Читайте нас в