+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 11:35

НЕФТЕКАМАЛА МЕДИЦИНА КЛАСТАРЫ ЭШЛӘЙ БАШЛАЯСАҠ

Ошо көндәрҙә "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре Нефтекамала 1-се гимназия һәм 1-се лицей етәкселәре менән осрашты.

Ошо көндәрҙә "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре Нефтекамала 1-се гимназия һәм 1-се лицей етәкселәре менән осрашты.


Университет ошо уҡыу йорттары базаһында медицина йүнәлешендә уҡытыу ойошторорға йыйына. Ҡунаҡтар «Медицина һәм биология буйынса ситуацион мәсьәләләрҙе сисеү» тигән биомедицина лабораторияһында булды һәм түңәрәк ҡорҙа ҡатнашты.
1-се гимназия директоры Гөлнара Мусина әйтеүенсә, быйыл ғинуарҙа хакимиәт башлығының гимназияла медицина кластары һәм медицина йүнәлешендәге кластар асыу тураһындағы ҡарары сыҡҡан. Директор, ҡаланың һәйбәт медицина кадрҙарына мохтажлығын билдәләп, был сараның ваҡытлы һәм мөһим икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
1-се лицейҙа БДМУ вәкилдәре физика, химия һәм биология кабинеттарында ойошторолған проект эшмәкәрлеге менән танышты. Лицейҙың директоры Вячеслав Гәрәев учреждениеның ҡаҙаныштары һәм «Рәсәй Фәндәр академияһының база мәктәбе» проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.
Түңәрәк ҡорҙа ошо ике уҡыу йорто базаһында БДМУ-ның предуниверсарийын асырға ҡарар сығарылды.

Читайте нас: