+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 15:54

РӘЖӘП ТАЙЫП ЭРДОГАН ТЕРҺӘГЕНӘ ҮРЕЛӘ

Был Төркиәгә бер ҙә ышаныс юҡ. Йә беҙҙең илсене арҡаһына атып үлтерәләр, йә Рәсәйҙең хәрби самолетын бәреп төшөрәләр.

Был Төркиәгә бер ҙә ышаныс юҡ. Йә беҙҙең илсене арҡаһына атып үлтерәләр, йә Рәсәйҙең хәрби самолетын бәреп төшөрәләр.

Үткән аҙнала Эрдоган Украина президенты Зеленский менән осрашты һәм, Төркиә Ҡырымдың Рәсәйгә күсеүен бер ваҡытта ла танымаясаҡ, тип белдерҙе. Был һүҙҙәрҙең күршеләргә бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Оҙайлы көрсөктән һуң төрөктәр диңгеҙ буйындағы курорттарын асырға йыйына. Апрель-май – иң арзанлы юлламалар, миллиондарса туристар килгән ваҡыт. Эрдоган бер нисә һүҙ менән яҡташтарының уй-хыялдарын юҡҡа сығарҙы.

Рәсәй вице-премьеры 15 апрелдән 1 июнгә тиклем коронавирус менән бәйле Рәсәй – Төркиә – Рәсәй йүнәлешендә авиаосоштарҙың сикләнеүе хаҡында белдерҙе.

Сиратта төрөктәр үҫтергән помидор, черешня һәм баҡса еләгеме?

Һөйләүҙәренә ҡарағанда, Эрдоган терһәгенә үрелә, ләкин буйы етмәй икән.

Читайте нас: